Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
13 Июня 2020, 13:06
Биш корбандың береһе - бала...
Башҡортостандың һыу объекттарында биш кеше һәләк булған. Шуларҙың береһе - биш йәшлек бала.
Беренсе фажиғә Дыуан районында була. Һыу буйында ял итеүсе халыҡ Мәләкәс йылғаһында бала батыуын күрә. Уны ҡоткарып булмай, малайҙың мәйетен генә һыуҙан сығаралар. Уға ни бары биш йәш була.
Икенмсе осраҡ республиканың Өфө районында теркәлгән. Дим йылғаһында 43 йәшлек ир батып үлгән. Шул уҡ ваҡытта Дәүләкән районында Аслыкүлдән шаһиттар һәләк булған 29 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығара.
Дүртенсе хәл Өфөлә була. Эҙләү-ҡоткарыу отряды ҡоткарыусылары биатлон буйынса Олимпия резервы мәктәбе янында Ағиҙелдән шәхесе билдәле булмаған ир кәүҙәһен алып сыҡҡан. Октябрьский ҡалаһының Московка биҫтәһе күлендә 47 йәшлек ир һыу төбөнә киткән.
Шуға бәйле рәүештә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идараһы һыу объекттарында булғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә өндәй.
- Балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, уяулыҡты кәметә һәм үҙ-үҙеңә контролде юғалтыуға булышлыҡ иткән алкоголле эсемлектәр ҡулланмағыҙ, - ти белгестәр.
Фото: ufa1.ru
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"