Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Июня 2020, 17:12

Өфө үҙәгендә эттәр өсөн махсус кафе

Йорт хайуандарына шәфҡәтле һәм игелекле булырға өйрәтеүсе был учреждение хужаһыҙ ҡалған эттәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына ала.

Бында килгән һәр кемде Һипкелкәй менән Пьеса ҡушаматлы эттәр өрөп ҡаршылай. Әммә бер-нисә минуттан улар ҡунаҡтарҙы ятһынмай, күптәнге таныштары кеүек яҡын күрә башлай.
- Эттәрҙе йорт шарттарында аҫрау ҙур яуаплылыҡ. Улар һинең донъяға килеп инеү менән йәшәү рәүешең дә ҡырҡа үҙгәрә. Минең маҡсат кафела тәрбиәләнеүселәргә яҡшы хужа табыу, - ти «Ерән эт» кафеһы директоры Жанна Исаева.
Ҡараусыһыҙ ҡалған йорт хайуандарына был кафены тәртипкә килтереүҙә 20 ирекмән ярҙам ҡулы һуҙған. Подвал бинаһында ремонт-биҙәү һәм йыһазландырыуға 400 мең һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Бында бөтәһе биш эт буласаҡ. Улар менән танышып, дуҫлашҡан, яҡындан аралашҡан балалар мәрхәмәтле, ярҙамсыл булып үҫер тип күҙаллана.
Дүрт аяҡлы йорт хайуандары өсөн был ыҡсым кафе 1 июндә асылған. Бында балалар йорт хайуандарын аңлар, улар менән аралашыр, ҡурҡыуҙарын еңеү өсөн килә.
Читайте нас