Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
13 Июня 2020, 19:34

Йәшел “Жигули”ға ултырып, "Мишка" ҡайҙа барған?

Воронеж өлкәһенең Борисоглебск ҡалаһы автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә ғәҙәти булмаған күренешкә тап булған.

“Жигули” водителенең машина салонында үгеҙ алып китеп барыуы уларҙы ысын мәғәнәһендә шаҡ ҡатыра.
Инспекторҙар “Мишка” ҡушаматлы үгеҙҙе бәлки күрмәй ҙә ҡалырҙар ине, тик хужаһы уны бер нисек тә һыйҙыра алмағас, башын тәҙрәнән сығарырға мәжбүр булған.
— Пассажирығыҙ барлыҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙа. Ниңә уны хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктермәйһегеҙ? Креслоһы ҡайҙа — видеонан күренеүенсә, инспекторҙарҙың береһе был күренеште юмор менән ҡабул иткән.
— Үҙенән һорағыҙ. Ул теләмәй! — ти шофер.
— Ҡушаматы нисек?
— Мишка...
— Мишка, креслоң ҡайҙа?..
Видеояҙмаға һөйләшеүҙең шаярыулы өлөшө генә кергән, әлбиттә. “Мишка”һы өсөн яуап биргән иргә бик күңелле булмағандар ул...
Фото:bloknot-voronezh.ru
Читайте нас