Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
16 Июня 2020, 15:21

Ауылда фельдшер-акушер пункты төҙөлә

Йәйгеһен һәр ҡайҙа төҙөлөш эштәре дауам итә: кемдәрҙер йорт күтәрә, икенселәр гараж төҙөй йәки түбә алыштыра. Аҙнай ауылында ла ошо көндәрҙә бысҡы, болгарка тауыштары тирә-яҡҡа ишетелеп торҙо.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Үҙәк урамда матур, заманса медицина учреждениеһы барлыҡҡа килде. Ауыл йәме булырҙай әлеге бина “Башеврокуб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре эшләне.
Подряд ойошмаһы мастеры Александр Андреев билдәләп үтеүенсә, был каркаслы блок-контейнерҙарҙан торған, стеналары сэндвич-панелдәрҙән эшләнгән модулле конструкцияның дөйөм майҙаны 65,85 кв.м. Тәжрибәле эшселәр өсөн бындай конструкциялар ауырлыҡ тыуҙырмай, ни тиһәң дә, улар туғыҙынсы объекттарын ҡоралар икән.
- Беҙҙең егеттәр республикала барған иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе – Өфө районындағы Зубово ауылында Инфекцион дауахананы төҙөүҙә лә ҡатнашты, йәғни медицина персоналы өсөн дөйөм ятаҡ төҙөнө. Әле иһә бер юлы өс объектта эш алып барабыҙ: Бүздәк районынының Арыҫлан ауылында һәм Благовар районының Иҫке Абҙан ауылында шундай уҡ ФАП-тар төҙөйбөҙ, - тип һүҙҙе дауам итә Александр Николаевич. – Килешелгән вакытҡа объектты өлгөртөү өсөн өс бригада бер-бер артлы эштәр башҡара. Мәҫәлән, тәүгеләре стеналарын, бүлмә араларын йыйыу, түбәне ябыу менән дүрт көн шөғөлләнде. Икенселәре иһә тәҙрә ҡуйыу, эске эштәрҙе башҡарҙы. Хәҙер универсаль бригада торбалар һуҙыу, һыу үткәреү, электр йылытҡысы ҡуйыу менән мәшғүл. Әлбиттә, һуңынан беҙҙең эште комиссия ҡабул итәсәк, әгәр ҙә, етешһеҙлектәр асыҡланһа, беҙ уларҙы төҙәтәсәкбеҙ.
Ауыл халҡы ла был изге эштән ситтә ҡалмаған: ауыл старостаһы Фидан Ситдиҡов етәкселендә ир-егеттәр иҫке бинаны һүтһә, ҡатын-ҡыҙҙар иртәнән алып киткә тиклем эшлгән ир-егеттәрҙе ҡайнар аш менән тәьмин иткән. Бына улар: Әхмәтова Флүзә, Шөгәйепова Эльвира, Сөләйманова Рита, Муллаярова Зимфира, Әлмөхәмәтова Рәзинә, Солтанова Гөлсимә.
Әлеге ФАП – ауыл халҡы өсөн ҙур шатлыҡ. Хәҙер бында йәшәүселәрҙең санитар нормаларға тура килгән уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Теүәлерәге, бөгөнгө көндә Аҙнай ауылы ФАП-ында 300-ләп кеше, шул иҫәптән 37 балаға беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтелә.
- Яңы һәм уңайлы бинала эшләү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа буласаҡ, - тип һөйөнә 29 йыл ауыл халҡын хеҙмәтләндереүсе Эльвира Шөғәйепова. – Әлеге бина электр уты менән йылытыласаҡ. Бинаның эсендә көтөп ултырыу урыны, фельдшер кабинеты, ҡарау, прививка яһау, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары бүлмәләре һәм санузел буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһы нигеҙендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пункты июнь аҙағында тәүге пациеттарҙы ҡабул итәсәк.
Ләйлә Ғүмәрова,
автор фотосы.
Читайте нас