Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Июня 2020, 09:09

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса лекторий уҙасаҡ

Бөгөн, 16 июндә, 14:00 сәғәттә өлкән быуын өсөн коронавирусты профилактикалау буйынса “Берҙәм Рәсәй” онлайн лекторийының сираттагы эфиры уҙасаҡ. Лекция темаһы – “Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул итеү буйынса тауыш биреү”.

Тауыш биреүҙе әҙерләү һәм уҙғарыу тураһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләйәсәк. Ижтимағи палата рәйесе Ольга Панчихина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул итеү буйынса тауыш биреү осоронда күҙәтеүселәр эшен ойоштороу тураһында хәбәр итәсәк.

Осрашыуҙың модераторҙары - Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Башҡортостан халҡы араһында коронавирс пандемияһына бәйле саралар тураһында мәғлүмәт-аңлатыу эштәре алып барыу буйынса эшсе төркөм етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева.

Видеояҙмаға теләге булған һәр кем ҡушыла ала - трансляциялар партиянаң төбәк бүлексәһенең Ютуб-каналында уҙа. Шунда уҡ барған лекцияларҙың яҙмаларын да ҡарарға мөмкин. Барлыҡ тыңлаусыларҙың видеоға аңлатмаларҙа һорауҙар биреү мөмкинлеге буласаҡ.

Фото: bashkortostan.er.ru
Читайте нас