Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
16 Июня 2020, 09:36
Сәс лагын тағын нисек ҡулланып була?
Капрон колготки кейһәң, күлдәк итәге ботҡа йәбешә башлай. Ярай ҙа ҡул аҫтында ғына антистатик булһа. Уның иң кәрәк саҡта ғына бөтөп китә торған ғәҙәте лә бар. Бер ҙә хафаланмағыҙ, уны сәс лагы ла алыштыра ала. Уны итәктең һул яғына һиптерегеҙ.
Диванға ручканың пастаһы аҡҡанмы? Йәки күн әйберҙәрҙә ҡара эҙе, фломастер таптары ҡалғанмы? Шул урынға сәс лагы һиптереп, еүеш сепрәк менән һөртөп ҡарағыҙ әле. Уны бер нисә тапҡыр ҡабатлаһағыҙ, пастаның эҙе лә ҡалмаҫ. Шулай уҡ помада, косметика эҙҙәрен дә шулай юйып була.
Балағыҙ рәсем төшөрөү менән мауыға һәм шундай матур һүрәт төшөргән, ти. Ә һеҙҙең уны иҫтәлеккә һаҡлайһығыҙ килә. Ваҡыт үтеү менән төҫтәр үҙҙәренең сағыулығын юғалтмаһын тиһәгеҙ, сәс лагы һиптереп нығытығыҙ.
Бүләк ителгән гөлләмәләрҙе шулай матур килеш киптерергә ниәтләһәгеҙ, гөлләмәгә мул итеп сәс лагы һиптерегеҙ. Шулай иткәндә таж япраҡтары ҡойолмай.
Куртканың замогы асылып китә, ә һеҙҙең уны рәтләп торорға ваҡытығыҙ юҡ икән, ҡулығыҙға әлеге лә баяғы сәс лагы баллонын алығыҙ. Уны һиптергәс, замок улай тиҙ генә йырылып китмәйәсәк.
Теләһә ҡайһыбыҙҙы иң ауыр хәлгә ҡуя торған осраҡ – капрон колготкиҙың «күҙе» китеү. Ҡул аҫтында ғына тырнаҡ буяуы булһа, бик яҡшы ла бит, булмаһа? Унан һуң лактың төҫө лә тура килеүе кәрәк бит әле. Был осраҡта ла сәс лагы ярҙамға киләсәк. Колготкиға һиптергәс, ул теге «күҙ»ҙең ҙурайыуын туҡтата, үҙе беленмәй ҙә.
Тыңлауһыҙ ҡаштарҙы рәтләргә лә сәс лагы ярҙам итә. Бумалаға аҙ ғына лак һиптереп, шуның менән ҡаштарығыҙҙы тарағыҙ әле, һөҙөмтәһен үҙегеҙ күрерһегеҙ.
Бүләкте матурлап төргән төргәккә лак һиптереп ялтыратырға мөмкин. Бик оригиналь килеп сыға. Хатта ябай гәзит ҡағыҙы ла был рәүешле үҙенсәлекте төргәккә әүерелә.
Лак менән гель шарҙарының да ғүмерен оҙайтырға була.
Чыганак
:
http://www.syuyumbike.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"