Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
24 Июня 2020, 13:26

Мәскәүҙә уҙған парадта ниндәй хәрби техника күрһәтелде?

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75-йыллығы уңайынан хәрби парад Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда уҙҙы. Сара пандемия арҡаһында 9 майҙан – 24 июнгә күсерелгәйне.

Юғары Башкомандующий Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин дәрәжәле ҡунаҡтар, шул иҫәптән сит ил лидерҙары менән сараны трибунанан ҡараны.
Парадта яҡынса 14 мең кеше ҡатнашты.
Легендар Т-34 танктары һәм СУ-100 үҙөйөрөшлө ҡоролмалары, шулай уҡ 200 берәмек заманса техника механикалаштырылған колонна составында Ҡыҙыл мәйҙан буйлап үтте.
Парадта "Тигр-М" һәм "Тайфун-К" тәгәрмәсле бронеавтомобилдәре, БМП-3, БМД-4М һәм "Терминатор" хәрби машиналары; Т-72Б3, "Армата" Т-14 танктары; БТР-82А бронетранспортерҙары, "Ракушка" авиадесант бронетранспортерҙары кеүек заманса техника ҡатнашты.
Парад Рәсәй Һауа-космик көстәренең 75 самолеты һәм вертолеты осошо менән тамамланды. Ҡыҙыл майҙан өҫтөнән Ми-26, Ми-8, Ми-35, Ка-52 һәм Ми-28 вертолеттары; А-50, Ил-76, Ту-95МС, Су-24, МиГ-31К самолеттары осоп уҙҙы. Сараның һуңғы өлөшөндә "Русские витязи" һәм "Стрижи" юғары пилотаж төркөмдәре строй булып осто.
Ә Су-25 самолеттары Ҡыҙыл майҙан өҫтөндә ҡыҙыл, зәңгәр һәм аҡ төҫләр төтөтөнө менән Рәсәй "триколор"ын һүрәтләне.
Фото: gazeta.ru сайтыннан.
Автор: Денис Таваев
Читайте нас