

«Фермер мәктәбе»ндә уҡыуҙар 1 сентябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында башлана һәм курстар ике ай дауам итә. Курстарҙа уҡыу бушлай.
Мәктәп уҡыусыларын конкурс һөҙөмтәләре буйынса һайлап аласаҡтар. Шулай уҡ курстарҙа уҡыуға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар хужалары ғариза бирә ала. Уларҙың ауылда йәшәүе һәм юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә булыуы шарт.
Бының өсөн 12 июлгә тиклем ит, һөт һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү йүнәлештәре буйынса konkyrsmcx@mail.ru адресына эссе, презентация йәки видеоролик ебәрергә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт аграр университеты һәм республика ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге сайтында табырға мөмкин.
Башинформ.