Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
25 Июня 2020, 13:24

“Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” форумы алдынан

Бөгөн “Известия” Мультимедиа Мәғлүмәт Үҙәге” матбуғат үҙәге базаһында I “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумын презентациялауға арналған онлайн-конференция үтте.

Унда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетындағы Урбанистика үҙәге директоры, форумдың ойоштороу комитеты рәйестәше Сергей Капков ҡатнашты.
Пандемиянан һуң үтәсәк беренсе оффлайн-форумдың темалары билдәле: төбәктәрҙе һәм ҡалаларҙы үҫтереү программалары, йәшел биләмәләр, моно-ҡалалар, спорт һәм туристик инфраструктура, яңы проекттар. Форум 30 июндә Өфөлә үтәсәк һәм илленән ашыу спикерҙы – Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттарҙы, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәрҙе, эре бизнес вәкилдәрен, ғалимдарҙы һәм архитекторҙарҙы йәлеп итәсәк.
Нимә һуң ул урбанистика? Был термин һуңғы осорҙа йыш яңғырай. Был – ҡала системалары үҫешенә һәм уларҙың бер-береһе менән бәйләнешенә ҙур иғтибар биреүсе, ҡала үҫешен берҙәм организм булараҡ күҙ алдына килтереүсе фән. Беренсе халыҡ-ара форумдың Башҡортостанда үтеүе, һис һүҙһеҙ, ҡалаларыбыҙҙы унда йәшәүселәр өсөн артабан уңайлыраҡ, матурыраҡ, йәмлерәк итеүгә, тәбиғәт менән гармонияла йәшәүгә булышасаҡ.
Конференцияла ҡатнашыусылар фекеренсә, Өфө - ошондай ҙур форумдарҙы үткәреү өсөн лайыҡлы майҙан, бында тәжрибә уртаҡлашаһы, күрһәтәһе эш һәм проекттар етерлек. Өҫтәүенә форум барышында бөтә хәүефһеҙлек саралары ҡәтғи үтәләсәк, борсолорға урын булмаясаҡ, тип ныҡлы ышандырҙы форумды ойоштороусылар. Уларҙың әйтеүенсә, был мауыҡтырғыс сарала ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп.
Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас