Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
26 Июня 2020, 06:40

ЮХХДИ махсус операция башланыуы тураһында иғлан итә

25 июндән Башҡортостанда «Мотоцикл» иҫкәртеү операцияһы башланды. Сара мотоцикл, скутер һәм мопед водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙоу осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән.

Айырыуса билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән мототехниканы асыҡлауға иғтибар бүленә.
«Быйыл биш айҙа мототранспорт водителдәре ҡатнашлығында 33 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е төрлө йәрәхәттәр алған. Мотоцикл водителдәре ғәйебе менән 28 юл фажиғәһе булған», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото Интернеттан.
Читайте нас