Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
4 Июля 2020, 13:52
Үҙ мәлендә йыйып ҡал
Тәбиғәттең илаһи мәле – бил буйынан күтәрелгән үлән, ялан-ҡырҙар аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултыра.
Ә инде йүкә сәскә атҡанда, тирә-йүнгә хуш еҫ бөркөлөүен әйтеп-һөйләп аңлатырлыҡ та түгел. Бөгөн хатта кәкүк саҡырғаны ла ишетелде, “һаҡауланмаған” әле, тимәк, йәй оҙаҡ дауам итәсәк.
Йәйҙең матур миҙгеле – баҡсаларҙа виктория, ҡурай еләге, ә ялан-ҡырҙарҙа ер еләктәре ҡыҙарып бешкән мәл. Эйе, тәбиғәттең был татлы емешенән үҙ мәлендә һәр кем ауыҙ итеп, күңеле булғансы йыйып ҡалырға ашыға. Биҙрә-биҙрә еләк йыйыусылар социаль селтәрҙәргә үҙҙәренең фотоһүрәттәрен ҡуя башланы ла инде. Ни тиһәң дә, ҡышҡыһын йәмле йәйҙе хәтерләткән ҡайнатма менән сәй эсеүҙәре ни тора! Шөкөр, быйыл еләк уңған, йый ғына!
Башҡортостандың күп кенә төбәгендә ҡайын еләге үҫә. Беҙҙең яҡтағы ер еләгенә ҡарағанда ул вағыраҡ, тәме менән дә бер аҙ айырыла. Ер еләге яланда, асыҡ тау битендә, урман аҡланында үҫһә, ҡайын еләге ҡайынлыҡта, аҡландарҙа, урман ситтәрендә үҫә. Ҡайын еләген турғай еләге, яңғыҙаяҡ тип тә атайҙар.
Әйтеүҙәренсә, ер еләге һәм япрағы дауалау сифатына эйә. Еләктә фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар, япрағы иһә С витаминына бай.
Ҡайын еләге ашҡаҙан һәм бөйән эсәгендә сей яра булғанда, бауырҙа, үт ҡыуығында, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәйгәндә, атеросклероз, туберкулез, шәкәр диабеты башланғанда тәҡдим ителә. Шулай ҙа күптәр уны былай ғына ла ҡуллана, йәғни киптереп, сәйгә ҡушып эсә.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"