Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
7 Июля 2020, 14:08
Йәш булып ҡалыу - модала
Бишбүләктә "Йәштәр" скверы асылды.
Йәштәр көнөндә Бишбүләктә лә иҫтәлекле, матур һәм тантаналы сара булып уҙҙы. Район тарих-этнография музейы артында "Йәштәр" скверы асылды. Бәләбәй ҡалаһынан «Мегастрой» йәмғиәте төҙөүселәре был объектты планда ҡаралғанса, 15 июлдә тапшырырға тейеш ине, ә барыһы ла көтөлгәнгә ҡарағанда ла һәйбәт килеп сыҡты.
Билдәләнгән ваҡытҡа яңы автостоянка урынында скверға халыҡ йыйылды: барлыҡ ауыл биләмәләренән әүҙем йәштәр, ауыл Советтарынан йәштәр менән эшләү белгестәре, ирекмәндәр, «Вектор» йәштәр үҙәге белгестәре, йәш армиясылар, Башҡортостан пионерҙары, спортсылар, сквер төҙөүселәре, республика баш ҡалаһынан дәрәжәле ҡунаҡтар, район хакимиәте вәкилдәре.
Ҡотлауҙар менән район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин һәм БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Салауат Харасов сығыш яһаны. Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Бына йола буйынса, ал таҫманы символик киҫеү мәле етә. Был изге эш район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллинға, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Салауат Харасовҡа, подрядсы, «Мегастрой» йәмғиәтенең генераль директоры Карен Матвосянға һем ирекмән Галина Кудряшоваға тапшырыла.
Байрамды алып барыусылар барыһын да сквер буйлап йөрөргә саҡыра. Ҡунаҡтар бында эшләй торған арт-майҙансыҡтар һәм «Башҡортостан пионерҙары», «Йәш Гвардия», «Еңеү ирекмәндәре», «Юнармия», "Һаулыҡ һаҡлау" станциялары менән танышалар. Йәшлек - ул матурлыҡ һәм көс, райондың киләсәге йәштәр араһында, ти улар. Йәш булыу - әлегенең иң яҡшы һәм бейек тренды. Шулай итеп, "Йәштәр" скверы райондың йәштәр сәйәсәте өлкәһендә тағын бер уңышлы проект булды.
Владимир Смолов.
Автор фотоһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"