Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
16 Июля 2020, 06:15

Планда - киң күләмле эштәр

Бишбүләктә Ватанды һаҡлаусылар паркын реконструкциялау буйынса планлы эш алып барыла.

Районда Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә мәҙәниәт һәм ял итеү урындарын төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Күптән түгел ауыл халҡы яңы "Йәштәр" скверын асыу тантанаһының шаһиты булды, бөгөн инде был бик яҡшы ял итеү урыны.
«Йәмәғәт территорияларын үҫтереү» проекты ярҙамында, «Йәштәр» скверы менән бер рәттән, районда ла Ватанды һаҡлаусылар паркын реконструкциялау буйынса күләмле эштәр алып барыла. Был эштәрҙең төп заказсыһы булып Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе тора.
Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Рәхим улы Ситдиҡов һүҙҙәренә ҡарағанда, паркта реконструкция буйынса киң күләмле эштәр планлаштырыла.
— Әлеге ваҡытта асфальтланған юлды һүтеү эштәре бара, уның урынына һәйкәл һәм стела тирәһенә брусчатка йәйеләсәк. Юлдарҙы рәтләү эштәре бара, яңы ҡойма һәм ҡапҡа ҡуясаҡбыҙ. Асфальт йәйелгән автостоянкаға һәм балалар майҙансығына урын бүленде,- ти Илдар Ситдиҡов.
Быларҙан тыш паркта урам уттары һәм ял итеү өсөн эскәмйәләр барлыҡҡа киләсәк. Паркты реконструкциялау буйынса барлыҡ эштәрҙе август аҙағына тиклем тамамлау ҡарала.
Айгөл Гәрәева.
Автор фотолары.
Читайте нас