Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
22 Июля 2020, 07:22
Урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән, сүп-сар яғыу тыйыла
Республика урман фонды биләмәләрендә 20 апрелдән 21 июлгә тиклем 108 янғын теркәлгән.
Шул иҫәптән, кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында – 50, баҫыу үртәү һөҙөмтәһендә – ике, башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән –11, йәшен атыуға бәйле – 44, техноген объекттан күскән ут һөҙөмтәһендә бер янғын сыҡҡан. "Ҡыҙыл әтәс"тән 1895,8 гектар йәшел ҡалҡан зыян күргән.
Кисә, йәғни 21 июлдә алты янғын: Әбйәлил районында – ике, Белорет районында – ике, Мәләүездә бер һәм Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығындағы янғындар һүндерелгән. Әйткәндәй, Башҡортостан ҡурсаулығындағы янғын дөйөм тырышлыҡ менән бөтөрөлгән. Һүндереү стадияһында Белорет районындағы ике һәм Бөрйән районындағы бер янғын бар.
Был афәт менән көрәшкә 286 кеше һәм 64 берәмек техника йәлеп ителгән.
22 июндән алып республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Ошоға бәйле урман эргәһендә усаҡ, ҡоро үлән, сүп-сар яғыу тыйыла.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефон һандарына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 –шылтыратығыҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"