Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
22 Июля 2020, 06:57
Ҡырҡ йәштән һуң үҙеңә ниндәй "бүләктәр" яһарға?
Ҡырҡтан һуң тормош башлана ғына. Ул әүҙем, тағы ла күңелле үтһен өсөн сәләмәтлек тураһында ҡайғыртырға бына тигән ваҡыт. Белгестәр ул йәштән һуң үҙегеҙгә ошондай файҙалы "бүләктәр" яһарға кәңәш итә.
Күп итеп йоҡларға
Туйғансы йоҡлау мөһим. Кире осраҡта гормондар эшмәкәрлеге, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы, депрессия башланыу, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары килеп сығыуы ихтимал. Һалҡынса һәм ҡараңғы бүлмәлә кәмендә һигеҙ сәғәт йоҡлау зарур. Унда гаджет, телефондар булырға тейеш түгел.
Һыуҙы күп эсегеҙ
Был йәштә метаболизм әкренәйә, шуға күрә уның эшмәкәрлеген нормалләштереү өсөн һыу эсеү мөһим.
Ауыр физик күнегеүҙәр
Әгәр аҙнаға бер нисә тапҡыр спорт менән шөғөлләнергә күнеккәнһегеҙ икән, бик шәп. Тик хәҙер һеҙҙең кәүҙәгә икенсерәк йөкләмәләр кәрәк, сөнки мускул массаһы күләме 35 йәштән һуң кәмей башлай. Әлеге үҙгәрештәрҙе бер аҙ булһа ла туҡтатып тороу өсөн аҙнаға бер тапҡыр көс талап иткән физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк.
Күберәк аҡһым ҡулланығыҙ
Үҫемлек кенә түгел, хайуан аҡһымы ла кәрәк был йәштә. Ул метаболизмды яҡшыртыу, мускулдар өсөн файҙалы. Бер кәңәш: аҡһымды ашаған һайын аҙ-аҙлап ҡулланығыҙ. Бер тапҡыр ғына түгел.
Күкрәгегеҙҙе ҡайғыртығыҙ
Һәр һигеҙенсе ҡатын-ҡыҙ күкрәгендә яман шеш менән осраша. Был – статистика. 40-тан һуң даими рәүештә маммограмма яһатып торорға кәрәк. Ниндәй ваҡыт аралығында тикшерелергә кәрәклеген, һеҙгә генә хас булған күрһәткестәрҙән сығып, табип әйтергә тейеш. Күкрәгегеҙгә иғтибар итергә өйрәнегез. Уларҙы үҙегеҙ ҙә ҡапшап ҡарарға күнегегеҙ.
Йөрәк
Был йәштә йөрәк ауырыуҙары килеп сығырға мөмкин. Статистика буйынса, һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ йөрәк өйәнәгенән вафат була. Тағы бер күңелһеҙ хәбәр: нәҡ бына ханымдарҙа был ауырыуға диагноз ҡуйыуы ауыр. Һәр ваҡыт йөрәккә УЗИ һәм кардиограмма яһатығыҙ, ҡан баҫымын, ундағы шәкәр күләмен тикшертеп тороғоҙ.
Тән тирегеҙгә иғтибарлы булығыҙ
Һүҙ ҡартлыҡҡа ҡаршы көрәш хаҡында бармай. 40 йәштән һуң тәндәге бөтә миңдәрҙе иғтибар менән ҡарап торорға кәрәк. Даими рәүештә дерматологҡа күренеп тороу ҙа ҡамасау итмәҫ. Иң мөһиме - тәнде ҡояштан һаҡлау. Йәй көнө генә түгел, йылдың башҡа миҙгелендә лә.
Фото: Vidostube.online
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"