Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
24 Июля 2020, 18:32
Баш ҡалала рейдтар дауам итә
Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫкәртеү маҡсатында Өфөлә ҡала хакимиәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм дружинниктар тарафынан битлек режимын күҙәтеү буйынса рейдтар дауам итә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеп, күп халыҡ йыйылған урындарҙа һаҡланыу сараларын ҡулланмайҙар. Рейд барышында шундай граждандарға иҫкәртеү яһала, социаль дистанцияны күҙәтеү, битлек кейеүҙең мотлаҡ булыуы аңлатыла.
- Көн һайын ойошторолған рейдтарҙа 3-7 бригада ҡатнаша, улар урамдарҙа һәм ойошмаларҙа патруль яһай, - ти Совет районы йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенең өлкән инспекторы Татьяна Козлова.
Бөгөн, шулай уҡ, йәмәғәт транспортында санитар нормаларҙы күҙәтеү буйынса ла рейдтар ойошторолған. Маршрутҡа сығыр алдынан транспорт сараларында дезинфекция уҙғарылыуы, салонда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү буйынса иҫкәрмәләрҙең булыуы тикшерелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика Башлығы указы менән төбәктә “Юғары әҙерлек” режимы һаҡлана. Белә күрә ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларға санкциялар ҡаралған.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"