Дим буйҙары
+18 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
27 Июля 2020, 15:45

Ирекмәндәргә аҡса түләй башлаясаҡтар

Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Айырып әйткәндә, документ ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуғанда ирекмәндең үҙенә йәиһә ғаиләһенә компенсация түләүҙе күҙ уңында тота. Шулай итеп, әгәр ирекмәндең һаулығына зыян килһә, пособиены - ул үҙе, һәлак булһа, уның ғаиләһе аласаҡ. Түләү күләме әлегә билдәһеҙ - шарттары, күләме һәм түләү тәртибе Хөкүмәт тарафынан билдәләнәсәк.
"Пандемия аркаһында үҙизоляция режимын индереү менән ирекмәндәр хәрәкәте үҙен етди социаль ярҙам инструменты итеп күрһәтте. Башҡа кешеләргә ярҙам итеп, волонтерҙар үҙҙәренең ғүмерен һәм һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Уларҙың күбеһе сир йоҡторған. Бындай осраҡта яуаплылыҡты дәүләт үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Беҙ ирекмәндәрҙе яҡлау сараларын республика дәрәжәһендә эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм, моғайын, ирекле хәрәкәттә ҡатнашыусыларға ярҙам сараларын федераль дәрәжәгә киңәйтеү буйынса башланғыс менән сығырбыҙ, - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас