Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
3 Августа 2020, 04:55

Өҫтәмә ял кемдәргә тейеш?

Рәсәй Президенты Владимир Путин диспансеризация үтеү өсөн 40 йәштән өлкәнерәк хеҙмәткәрҙәрҙе бер эш көнөнән азат итеү тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми интернет-порталында урынлаштырылған.
Документта хеҙмәткәрҙең, әгәр коллектив килешеүҙә йәки локаль норматив актта ҡаралһа, медицина ойошмаһы белешмәһе менән диспансерлаштырыу өсөн эштән азат ителеүҙе раҫларға тейешлеге билдәләнә.
Яңы нормалар диспансерлаштырыуҙың әһәмиәтен арттырасаҡ, эшләгән халыҡтың һаулығын һаҡлауҙы, актив хеҙмәт итеүҙең оҙайлылығы, ваҡытлыса эшкә яракһыҙлыҡ осорҙарын ҡыҫҡартыуҙы һәм тормош сифатын күтәреүҙе тәьмин итәсәк.
Фото: ТАСС

Читайте нас