Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
8 Августа 2020, 11:38

Машина номерҙары үҙгәрә

Номерҙар өсөн яңы милли стандарт 4 августа үҙ көсөнә инде.

Дәүләт билдәһен урынлаштырыу урыны стандарт булмаған машиналар өсөн билдәләр үҙгәртелде. Күптәр күргәне барҙыр Япония һәм ҡайһы бер Европа илдәренән килтерелгән машиналарҙың дәүләт билдәһе урынлаштырыу урыны бәләкәй һәм беҙҙең номерҙар унда һыймай. Яңы стандарттар буйынса мотоциклдар өсөн билдәләр ҙә бәләкәйләтелде. Бынан тыш, мопедтар, шулай уҡ ​​спорт һәм ретро машиналарҙың да үҙ билдәләре буласаҡ. Дәүләт билдәләрен һаҡлау элементтарына ла талаптар өҫтәлде. Яңы номерҙар тейешле регламент раҫланғандан һуң ҡулланышҡа сығарыласаҡ.
Читайте нас