Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
11 Августа 2020, 19:11
Пневмония менән сирләүселәр арта
Республикала пневмония менән сирләү осраҡтары арта. Һуңғы тәүлектә бындай диагноз 78 кешегә ҡуйылған. Август башынан республикала 901 кеше ошо сиргә юлыҡҡан.
Йәмәғәтселек фекере был хәлде яңы коронавирус инфекцияһы менән бәйләй. 1-11 августа үпкә шешенән 1231 ауырыу һауыҡҡан. Бынан алда һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала пневмония осраҡтарының кәмеүгә барыуын билдәләгәйне.
Роспотребнадзор идаралығы вәкиле Галина Пермина республикала коронавирус инфекцияһының айырым билдәләрһеҙ һәм еңел формала үтеү осраҡтары артыуын белдерҙе. Ауырыуҙарҙың 60 проценты - хеҙмәткә һәләтле 40-60 йәштәге кешеләр. 6,1 процентын пенсионерҙар тәшкил итә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда сирҙе йоҡторғандар 7 127 кешегә еткән. Тәүлек эсендә йәнә 34 кешелә коронавирус раҫланған.
Валерий Шахов фотоһы.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"