Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
13 Августа 2020, 03:38

Һөт кухняһы аҙыҡты бушлай тарата

Ғафури районы үҙәге Красноусолда «Һөт кухняһы” учреждениеһының таратыу пункты асылды. Ул ошо райондың 239 ғаиләһен хеҙмәтләндерәсәк.

Был аҙнала шундай уҡ пунктты Иглин ҡасабаһында ла асырға планлаштырылар, уға 345 ғаилә йөрөйәсәк. Элегерәк был райондар халҡы махсуслашҡан ризыҡты – ауырлы ҡатындар өсөн киптерелгән ҡушымтаны һәм һөт аҙыҡтарын аптекала ала ине. Был ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар ҙа тыуҙырҙы: аптекаға килгән башҡа ҡулланыусылар менән дөйөм сиратта торорға тура килә, махсус аҙыҡты алыу ваҡыты сикләнгән. Хәҙер таратыу пункттары айырым һәм иркен бинала эшләй. Бынан тыш таратыу пункттарының ҙур ғына өҫтөнлөгө лә бар: улар аҙ тәьмн ителгән ғаиләләргә аҙыҡ биреү менән генә шөғөлләнмәй, ә күкрәктәге сабыйҙар өсөн ризыҡтар ҙа һата.
– Балаларҙы сифатлы һөт ризығы менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар биргәне һәм яңы таратыу пунктын асҡанда беҙҙең районды һайлағаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа бик рәхмәтлебеҙ! – ти Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Небогатова.
Бер йыл эшләү дәүерендә “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы тәүлегенә биш тонна эшләп сығара алырлыҡ биш етештереү майҙансығы ойошторҙо, улар 97 пункт аша таратыла. Уларҙың 39-ы тулы аҙна эшләй һәм, һөт ризыҡтарын бушлай таратыуҙан тыш, теләгән һәр кемгә һатыу менән дә шөғөлләнә.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас