Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Августа 2020, 03:41

Күҙеңә ҡарап та, хәлеңде беләсәктәр

Японияның “йомробаш” табиптары тағы бер ҡыҙыҡлы фән асышы менән матбуғат биттәрендә уртаҡлаша.

Уларҙың фекеренсә, күҙ ҡараһы бәләкәй булған пациенттар йөрәк эшмәкәрлеге етешмәүсәнлегенән ике тапҡырға йышыраҡ вафат була. Тикшеренеү һөҙөмтәләре лә бар.
Ғалимдәр 2012-2017 йылдарҙа дауаханаларҙа ятҡан 870 пациенттың күҙ һүрәттәрен файҙаланған. Ауырыуҙарҙы ике төркөмгә бүлгәндәр – күҙ ҡараһы ҙур һәм күҙ ҡараһы бәләкәй булған төркөмдәргә. Ике йыл дауамында һәр береһенең һаулыҡ торошон ентекләп күҙәткәндәр. Асыҡланыуынса, күҙ ҡараһы бәләкәй булған сирлеләр тәүге төркөмдәге ауырыуҙар менән сағыштырғанда ике тапҡырға йышыраҡ һәләк булған. Бынан тыш, улар дауаханаға ла йышыраҡ эләккән.
“Беҙҙең эш һөҙөмтәләре күҙ ҡараһын күҙәтеүҙең мөһимлеген, уның үлем хәүефе алдында торған пациенттарҙы асыҡлауҙа яңы ысул булыуын күрһәтте, - тип билдәләгән доктор Кохей Нозаки. - Был табиптарға ваҡытында сара күрергә, ауырыуға ярҙам ҡулы һуҙырға ярҙам итәсәк.”
Донъяла йөрәк эшмәкәрлеге етешмәүсәнлегенән 25 миллиондан ашыу кеше яфалана. Ул миокард функцияһы боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килә һәм күҙәнәк-ара шыйыҡлыҡ күләме артыуында, органдар һәм туҡымалар перфузияһы кәмеүендә сағыла. Йөрәк эшмәкәрлеге етешмәүсәнлегенең нисек үҫешеүенә ҡарап, уны киҫкен һәм хроник төрҙәргә бүләләр. Тәүгеһе төрлө имгәнеүҙәр, токсиндар, йөрәк сирҙәре менән бәйле булыуы һәм дауаланмағанда үлемгә дусар итеүе ихтимал.
Сирҙең хроник төрө оҙаҡ үҫешә, уның үҙенә хас билдәләре бар (тын ҡыҫылыуы, арыу, шешенеү). Ауырыуҙың хәлен асыҡлау өсөн ышаныслы ысул кәрәк, япондарҙың был асышы йөрәк эшмәкәрлеге етешмәүсәнлеге менән яфаланғандарҙы дауалауҙа тәьҫирле булыуы мөмкин. Тик был ысул күҙҙәре сәләмәт булмаған ауырыуҙар өсөн бармаясаҡ.
Кардиологтар фекеренсә, йөрәк эшмәкәрлеге етешмәүсәнлеге хәүефен кәметеү өсөн тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. 12 йыл буйы тикшеренеүҙәр алып барған табиптар шундай һығымтаға килгән.
Фото:Evo-rus.com
Читайте нас