Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
1 Сентября 2020, 16:21

Тәүге ҡыңғырау сыңланы

Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ төбәгендәге кеүек, беҙҙең район мәктәптәрендә лә Белем көнөнә арналған тантаналы саралар булып үтте.

Билдәле сәбәптәр буйынса, линейкала 1-се, 9-сы, 11-се класс уҡыусылары ғына ҡатнашты, шулай ҙа, уҡыусылар һаны аҙ булыуға ҡарамаҫтан, Айыт урта мәктәбендә байрам бик матур үтте.
Аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултырған заманса мәктәптә быйыл 210 уҡыусы белем аласаҡ. Ун ете йыл мәктәп коллективын етәкләгән Илмир Шафиҡов әйтеүенсә, уҙған йылдағы кеүек, быйыл да ете ауылдан уҡыусылар йөрөп уҡыясаҡ. Илмир Рәшит улы уҡыусылар һәм хөрмәтле коллегаларын, педагогик хеҙмәт ветерандарын ихлас тәбрикләп, беренсе класҡа килеүсе балаларға ғилемле, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып үҫеүҙәрен теләне.
Был көндә 1-се класҡа килгән ете ҡыҙ һәм биш малай мәктәп буҫағаһын тәү тапҡыр ашатлап үтте. Роза Фәнүр ҡыҙы Нуретдинова уларҙы белем үрҙәренә әйҙәйәсәк. Һәр ҡайһыһы сағыу гөлләмә тотҡан, ҡыйыр-ҡыймаҫ халыҡ алдына сыҡҡан кескәйҙәр тасуири итеп шиғыр һөйләне. Ә инде иңдәренә тағы ла яуаплылыҡ өҫтәлгән 11-се класс уҡыусылары, үҙ сиратында, белем биргән уҡытыусыларға, класс етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, шулай уҡ аҡ теләктәрен еткереп, 1-селәргә бүләктәр тапшырҙы.
Ғәҙәттәгесә, уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу уңайынан ҡотларға тип ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ буйынса йәш белгесе Айрат Алик улы Моратшин педагогтарҙы, уҡыусыларҙы райондың Мәғариф бүлеге исеменән ҡотлап үтте. Артабан сығыш яһаусыларҙан Айыт ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсил Фоат улы Ғимазетдинов, яҙыусы, Ф.Кәрим премияһы лауреаты Фәнис Янышев, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Мең ырыуы союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов та һәр кемгә изге теләктәрен еткерҙе.
Элгәре яңы уҡыу йылы башында йәйгеһен колхозда тырышып эшләгән уҡыусыларҙы бүләкләһәләр, әле иһә һәр яҡлап әүҙем уҡыусылар билдәләнеп үтте. Алдынғы уҡыусыларҙы дәртләндереү сараһы булараҡ, йыл һайын бирелә торған Мең ырыуы премияһын “Мең ырыуы союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов тапшырҙы. 1-се класс уҡыусыларынан Сабитова Элена менән Ғәйнетдинова Гөлназ, шулай уҡ юғары кластарҙан өс уҡыусы был мәртәбәле премияға лайыҡ булды. Тыуған мәктәбендә йыш булған Альфред Әхтәм улы был юлы ла туған телде үҫтереүгә тос өлөш индергән башҡорт теле уҡытыусыларына һәм әүҙем эшмәкәрлек алып барғандарға иҫтәлеккә китаптар бүләк итте.
Бына уҡыусыларҙы дәрескә саҡырып, тәүге ҡыңғырау сыңланы. Класс етәкселәре оҙатыуында уҡыусылар икенсе тыуған йорттарына әүерелгән мәктәпкә йүнәлде. Яңы уҡыу йылында малай һәм ҡыҙҙар уҙған йылдағы кеүек өйҙәрендә, дистанцион рәүештә түгел, ә яҡты, иркен класс бүлмәләрендә белем алһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Ләйлә Ғүмәрова.
Автор фотолары.
Читайте нас