Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентября 2020, 03:58

Уҡыу йылына әҙерлек ниндәй?

Быйыл 1 миллион 900 мең бала тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫты.

17 миллион уҡыусы, 7 миллион балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе яңы уҡыу йылын ҡаршыланы 36 мең 485 белем биреү учреждениеһы уҡыусыларҙы ҡабул итте. Дөйөм алғанда, 2025 йылға тиклем Рәсәйҙә 1 мең 750 белем усағын сафҡа индереү көтөлә. Бөтә ауыл мәктәптәренә һәм бәләкәй ҡалаларға, ә уларҙың һаны 27 меңдән ашыу, тәбиғи фәндәрҙе уҡытыу өсөн яңы лабораториялар ҡуйыласаҡ. 1 сентябрҙән класс етәкселеге өсөн 5 мең һум түләү ҙә башлана.
Юғары уҡыу йорттарына килгәндә, көндөҙгө бүлектә уҡыусы 550 мең студент диплом алған. Улар өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-сығарылыш кисәһе ойошторолған. "Сириус" белем биреү үҙәге менән берлектә оҫталыҡ программаһы эшләй башлаған. Юғары уҡыу йорттарында 11 мең 500 өҫтәмә ҡаҙна урыны ла булдырылған.
Читайте нас