Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
15 Сентября 2020, 11:29

Үҫмерҙәр бушлай ат спорты менән шөғөлләнәсәк

Ауыр яҙмышҡа дусар булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 230 уҙмер бушлай ат спорты менән шөғөлләнәсәк.

Проект Өфө районының Миловка ауылында Президент гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм «Ат дуҫтары клубы» тип атала. Күнекмәләр урындағы «Грация» йылҡысылыҡ үҙәгендә ойошторола. Бөгөн программала ҡатнашыусы үҫмерҙәр үҙҙәренең дуҫтары менән танышырға килде. Улар араһында ишле, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр ҙә бар.

Клуб вәкилдәре әйтеүенсә, үҫмерҙәр үҙәктә атта йөрөргә өйрәнеүҙән тыш, психолог кәңәштәрен дә аласаҡ. Был бурыс Элина Рәхмәтуллинаға йөмәтелгән, алты йыл дауамында ышаныс телефонында эшләгән белгестең ауыр хәлгә тарығандар менән аралашыу буйынса тәжрибәһе етерлек. Уның фекеренсә, күптәр үҙ проблемаларын кем менән бүлешергә белмәй. «Ат дуҫтары клубы» тап тормош һынауына дусар булғандарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы күҙ уңында тота ла инде.

- Беҙ ауыл ерендә йәшәйбеҙ. Балаларҙың күбеһе буш ваҡыттарын нисек файҙалы итеп үткәрергә белмәй. Ә бында атта йөрөргә лә, аралашырға ла мөмкин. Әйткәндәй, балалар аттарҙы ярата һәм улар менән уртаҡ телде тиҙ генә таба.

https://bash.news

Читайте нас