Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
16 Сентября 2020, 08:21

Кеше ашаусы хөкөм ителгән

Архангельск өлкәһе прокуратураһы белдереүенсә, 51 йәшлек Эдуард Селезневҡа хөкөм ҡарары үҙ көсөнә ингән: ул ғүмерлеккә төрмәгә ябылған.

Уға “Ганнибал Лектор” тип ҡушамат таҡҡандар. Был кеше өс танышын үлтереп, мәйеттәрҙе ашаған. Кеше булмағанда, эт һәм бесәйҙәрҙе ла бешереп ашай торған булған.
“2016 йылдың 14 мартынан 2017 йылдың 25 мартына тиклем ваҡытта Архангельск ҡалаһындағы бер фатирҙа Селезнев 59 йәшлек танышының күкрәгенә бысаҡ менән бер нисә тапҡыр ҡаҙай. Имгәнгән ир үлә. Селезнев уның итеп киҫеп алып, ризыҡ итеп ҡуллана. Мәйеттең ҡалдыҡтарын Волохница йылғаһына ташлай”, - тип хәбәр итә прокуратураның матбуғат хеҙмәте.
2017-2018 йылдарҙа 43 һәм 34 йәшлек тағын ике ирр-ат каннибал ҡорбаны була. Уларҙың туғандары булмай йәки улар уны башҡа ергә эшкә киткәндер тип фаразлай.
Тикшереүселәр Селезневтың һалҡын ҡанлы булыуына шаҡ ҡата: ул үҙе башына еткән кешенең фатирында йәшәй. Ул ҡорбандарының береһен үлтергән һәм уның фатирында йәшәргә ҡалған. “Улығыҙ аҡса эшләргә башҡа ҡалаға китте, фатирын миңә арендаға биреп ҡалдырҙы” тип әйткән.
Фото: РФ Тикшерү комитеты
Читайте нас