Бишбүләк районы территорияһында тәүге дауахана 2013 йылда Айыт ауылында төҙөлә. Төҙөлөш материалдарын Абдуллин станцияһынан ат менән ташыйҙар. Һигеҙ койка-урынға иҫәпләнгән дауаханала тәүгеләрҙән булып врач А.Я.Соколов ауырыуҙарҙы ҡабул итә, тағы ла акушерка, “сиделка”, ашнаҡсы штаты булдырыла. Дуғаһына ҡыңғырау тағылған аттары менән табип йыш ҡына ауылдар буйлап йөрөй, сөнки был осорҙа малярия, ваба, тиф, трахома, ҡорсаңғы ауырыуҙары ныҡ таралған була. Бында оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән З.Д.Чернов халыҡты дауалап ҡына ҡалмай, ә үҙе лә төрлө үләндәрҙән дарыуҙар яһай.
Халыҡ иңенә ауыр һынау булып төшкән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был участка дауаханаһында Айыт, Ерекле, Каменка, Алексеевка, Аҙнай, Бикҡол, Дим ауыл Советы биләмәһендә йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтелә. Ауылдарҙа малярия сире киң тарала, күптәр ҡар аҫтында ҡышлаған иген ашап һәләк була. Ә септик ангинанан препараттар булмай, шуға ла дауаханала аслыҡтан интеккән халыҡ өсөн туҡланыу пункты асыла.
Айыт участка дауаханаһын 1944-1950 йылдарҙа изге күңелле, көслө рухлы, утлы һуғыш юлы үткән фронтовик-врач Анна Чудакова етәкләй. Әйтергә кәрәк, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла төрлө йоғошло ауырыуҙар баш ҡалҡыта. 1948 йылда тиф ауырыуы көсәйә. Медицина хеҙмәткәрҙәре, Ҡыҙыл тәре активистары был яман сирҙе ауыҙлыҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Шуларҙың береһе - Сәлимә Ғафурова “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән бүләкләнә.
Медицинаға 40 йыл ғүмерен бағышлаған Тимербәк Зариповты пациенттар әле булһа ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала. Ул дауахананаың матди-техник базаһын нығытыуға тос өлөш индерә. Тимербәк Зариф улы бик күп инстанцияларҙың тупһаһын тапай торғас, колхозсылар ярҙамы менән Өфөләге республика дарыуханаһының бинаһын Айытҡа күсереп һалыуға ирешә. Шулай итеп, ауырыуҙарҙы дауалауға тәғәйенләнгән 15 урынлыҡ стационар 50 урынлыҡҡа әүерелә.
Район халҡы 1928 йылға ҡәҙәр Айыт дауаханаһында медицина ярҙамы ала. Медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, Бишбүләктә яңы медицина учреждениеһы төҙөлә башлай. Бишбүләк ауылы район үҙәгенә әйләндерелгәс иһә төҙөлөш эштәре айырыуса йәнләндерелә. Һәм, 1933 йылдың секнтябрендә 30 койка-урынлыҡ яңы дауахана үҙ ишектәрен аса.
Тәүге хеҙмәткәрҙәр Ф.Ф.Махно – дауахана мөдире, Т.В.Андреева – акушер, А.С.Иванова – шәфҡәт туташы, Антонова К.Пашина, М.Павлова – санитаркалар ябай көнкүреш шарттарында эш башлай. Тәүге врач Игнатий Васильев була, ә 1937 йылда Е.Я. Абрамов килгәс, ауырыуҙарға операциялар яһала башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары башланыуы һаулыҡ өлкәһендә лә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра: медицина хеҙмәткәрҙәренең күбеһе һуғышҡа китә, медицина препараттары, бәйләү матуриалдары, урын-ер кәрәк-яраҡтары етешмәй. Халыҡ берҙән, аслыҡтан миктәһә, икенсенән, трахома, тиф, ҡорсаңғы кеүек сирҙәр аҙа, бетләү осраҡтары йыш күҙәтелә. Бындай сирҙәрҙе профилактикалау маҡсатында санитар-эпидемиологик саралар үткәрелә, халыҡ араһында араһында аңлатыу эштәре алып барыла, шәфҡәт туташтары ауылдан-ауылға йөрөп прививкалар яһай.
1950 йылдар башында районда 2 дауахана, 3 табиплыҡ-врачлыҡ амбулаторияһы, 18 ФАП, 24 трахоманан дауалау пункты, 4 бала табыу йорто була. 1955 йылда район үҙәк дауаханаһына эшкә акушер-гинеколог Л.А.Старцева килә. Һәләтле врач төрлө ҡатмарлыҡтағы операциялар яһай башлағас, ҡатын-ҡыҙҙар республика учреждениеларына йөрөүҙән туҡтай. Медицина өлкәһендә ирешкән уңыштары өсөн Л.А.Старцева “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены” менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда районға килгән врач-хирург Н.И.Пушкарев эште өр-яңынан ойоштора, уның тырышлығы менән операция блогы асыла һәм план буйынса ла, экстрен рәүештә лә операциялар яһала. Үҙ эшенең оҫтаһы булған Пушкарев айырыуса боғаҡ сирен дауалау һәм профилактикалау буйынса күләмле эш башҡара. Был сир буйынса ул 200-ҙән ашыу операция яһай. Районда оҙаҡ йылдар хирург булып эшләгән Т.Н.Мурманская ла намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы” тигән исемгә лайыҡ була.
Тора-бара район үҙәк дауаханаһы территорияһында рентген кабинеты сафҡа баҫа, был үҙе үк халыҡты рентген үтеү өсөн Бәләбәйгә йөрөү мәшәҡәтенән ҡотҡара. Балалар бүлеге асылыуы ла халыҡ район халҡы өсөн һөйөнөслө хәл була.
Тәжрибәле табип В.П.Колпаков егерме йылдан ашыу район дауаханаһына етәкселек итә. Был осорҙа төҙөлөш эштәре киң ҡолас ала: 1966 йылда ике ҡатлы өс бина, аш-һыу блогы, үҙәктән йылытыу системаһы булдырыла, тирә-яҡ төҙөкләндерелә. 1967 йылда төнгө саҡырыуҙарҙы ғына хеҙмәтләндереүсе “Тиҙ ярҙам” бүлеге асыла. Былар барыһы ла район һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын яңы баҫҡысҡа күтәрә.
2009 йылда әлеге өс ҡатлы медицина учреждениеһы төҙөлгәс, 255 урынға иҫәпләнгән 9 бүлек асыла: терапия, инфекция, күҙ ауырыуҙары, неврология, гинекология һ.б. Яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, заман талаптарына яуап биргән дауаханала йыл һайын хирургтар тарафынан 500-ләгән операция яһала, стационарҙа иһә 3500 самаһы ауырыу дауалана. Ә дауахана коллективына килгәндә, бында 336 медицина хеҙмәткәре эшләй, шул иҫәптән 51 табип һәм 202 урта медицина персоналы. Һуңғы йылдарҙа 18 белгес “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән.