Дим буйҙары
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
5 Октября 2020, 13:40

“Транснефть - Урал” акционерҙар ойошмаһы метрологтары иң яҡшыһы тип танылды

«Транснефть – Урал» акционерҙар ойошмаһы метрологтары компанияның шундаҡ уҡ бүлексәләре араһында иң яҡшы эш күрһәткестәре өсөн «Транснефть» акционерҙар оойшмаһы дипломына эйә булды.

«Транснефть»тең йөҙ меңдән ашыу кешенән торған коллективының төп бурысы – магистраль торбаүткәргестәр системаһы буйынса нефть һәм нефть продукттарын бер өҙлөкһөҙ һәм аварияһыҙ транспортировкалау. Нефть сығарыу компанияларынан ҡабул итеү, уны нефть эшкәртеү заводтарына тапшырыу һәм экспортҡа ебәреү, нефть продукттарын эшкәртеүселәрҙән ҡабул итеү – был һәм башҡа операцияларҙа теүәл иҫәпһеҙ булмай. Уны заманса йыһаздар менән тәьмин итә, уны тикшереү һәм калибровкалау эшен белгестәр-метрологтар башҡара. Уларҙың эшсәнлек һөҙөмтәләре йыл һайын баһалана, һәм ошо көндәрҙә «Транснефть»тә метрологтарҙың 2019 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды.

Ҡабул итеү-тапшырыу пункттарының торошон контролдә тотоу сифаты, нефть һәм үлсәү йыһаздарының һанын һәм сифатын үлсәү системаларының бер өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү, автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын ҡулланып үлсәү сараларын тикшереү һәм калибрлау эшенең һөҙөмтәлелеге – «төүәллек буйынса белгестәр» эшенең сифатын баһалағанда был һәм башҡа бер нисә фактор иғтибарға алынды. Һөҙөмтәлә, лидерҙар тип «Транснефть – Урал» йәмғиәте белгестәре танылды – был хаҡта онлайн-форматта уҙған кәңәшмә барышында иғлан ителде. Предприятие метрологтары «Транснефть» акционерҙар ойошмаһы дипломына эйә булдылар.

Бөгөн предприятие 56,6 мең берәмек үлсәү сараһы ҡуллана, шуларҙың 26 меңгә яҡыны үҙ көстәре менән тикшерелә һәм калибрлана. "Транснефть-Урал" компанияһының метрология хеҙмәте составында 51 юғары квалификациялы белгес эшләй.

Әйтергә кәрәк, метрологтар ойошмаһында был уңыш әле тәүгеһе генә түгел: мәҫәлән, 2018 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса «Транснефть – Урал» акционерҙар ойошмаһы метрология (шулай уҡ тауар-транспорт һәм диспетчерлыҡ) бүлексәләре эш күрһәткестәре буйынса «Транснефть» системаһы ойошмалары араһында лидер тип танылды.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Читайте нас