

Уны хәл итеүгә Йылайыр мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн интернат-мәктәбендә бик яуаплы ҡарайҙар. Күптән түгел бында биналарҙың күпселек өлөшөн – уҡыу кластарын, йоҡо бүлмәләрен, спорт залын, коридорҙарҙы ремонтлау тамамланды.
Энергияны һаҡлаусы диодлы яңы яҡтыртҡыстар һәм пар менән йылытыу радиаторҙары, линолеум, вентиляцияны ремонтлау - интернатта уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк тә булып ҡалған. Мәктәп-интернатҡа был ярҙамды “Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәте күрһәткән.
Нефть үткәреүселәр Бишбүләк районының Сухоречка ауылы мәктәбенә лә ярҙам иткән: хәҙер мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы тулыһынса яңыртылған мәктәп ҡаршы ала. Һүҙ уңайынан, предприятие инде Сухоречка мәктәбенә беренсе тапҡыр ғына ярҙам ҡулы һуҙмай. Элегерәк «Транснефть» йәмғиәте мәктәптә белем биреүҙең корпоротив программаһы сиктәрендә бында иң заманса уҡыу йыһаздары (лаборатория һәм демонстрацион) һәм теүәл фәндәр - математика, физика, химия кабинеттары ремонтланған һәм йыһазландырылғайны. Былар барыһы ла дәрестәр үткәреү формаларын төрләндерергә мөмкинлек бирә, уҡытыусылар һәм уҡыусылар алдында яңы белем биреү технологияларына инеү мөмкинлеге асты.
Предприятие барлыҡ төбәктәрҙә лә белем бирү учреждениеларына, спорт, ижтимағи һәм дини ойошмаларға хәйриә ярҙамы «Транснефть – Урал» йәмғиәте социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөктәренең береһе булып тора.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.