+16 °С
Облачно


Сәбәбе – йәнәһе лә уның Баймаҡ районында вәхшиҙәрсә ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән Илдар Йоманғоловты йәшереүе тураһында хурлыҡлы мәғлүмәт.
«Әхтәмов Йоманғоловҡа диләнкә алырға ярҙамлашҡан, уны тикшереүҙәр хаҡында иҫкәрткән», — тине Урман хужалығы министрлығындағы сығанаҡ.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Йоманғоловтың диләнкәһендә сүп-сар, ботаҡтар күп. Яңы ағастар ултыртылмаған. Шул сәбәпле урман серей башлай, яңыһы үҫмәй. Тәбиғәткә ғәйәт ҙур зыян килтерелгән. Баймаҡ районы урманы әкренләп юҡҡа сыға, тип раҫлай экоәүҙемселәр.
фото:Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы