Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабря 2020, 19:14

Меңәрләгән йәш кешене берләштерҙе

24 - 25 декабрҙә Өфөлә һәм Бөрйән районында “Аҡ юл” йәштәр мөхитендә терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү форумы үтте.

Сарала йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән ойошма белгестәре, әүҙем йәштәр һәм хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр ҡатнашты.

Эпидемиологик хәлгә бәйле, форум ике форматта ойошторолдо.

100-ҙән ашыу кеше офлайн ҡатнашһа, 5000-дән ашыу онлайн-трансляцияға ҡушылған. Сара Урал аръяғы, Өфө, Татарстан, Удмурт Республикалары, Силәбе, Ырымбур өлкәләре йәштәрен, шулай уҡ, Федераль яза башҡарыу идаралығы учреждениеларында булған граждандарҙы берләштергән.

Форум программаһына тренд-сессиялар, тренингтар, илдең һәм төбәктең алдынғы белгестәре менән оҫталыҡ дәрестәре, интерактив уйындар, нетворкинг, “БашTikTok” медиа-платформаһының “BashHypeHouse” проекты, “Алдар Батыр” республика социаль проекттар конкурсы ҡатнашыусылары менән аралашыу ингәйне.

Читайте нас