

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың йыл һөҙөмтәләренә арналған сығышынан һуң, Радий Хәбиров 2021 йылды Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип билдәләргә тәҡдим итте. Тейешле документтарға бөгөн ҡул ҡуйыласаҡ.
– Был иң мөһиме, иң ҡиммәтлеһе – кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге, реабилитация программалары һәм башҡалар. Республикала бының өсөн ресурстар етер тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш Максим Забелин быйылғы яуаплы һәм мөһим эшмәкәрлеге өсөн генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградланды.
– Был награда барлыҡ министрлыҡ өсөн, беҙҙең ҙур командаға. Ҙур аванс, эшебеҙгә ҙур баһа, – тине Максим Забелин.
Фото: zhenskij.mirtesen.ru