Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабря 2020, 11:45
Ҡот осҡос һандар: янғындарҙа 62 кеше үлгән
Республикала декабрҙең 28 көнөндә 645 янғында 62 кеше һәләк булған. Уҙған йылда шул уҡ осорҙа 22 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мейес газ, электр ҡоролмаларын эксплуатациялағанда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә саҡыра. Ут менән һаҡһыҙ ҡыйланмаҫҡа, балаларга хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәңәш итә.
Янғын сығыу сәбәптәре:
*Ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
*Тәмәке тартҡанда, йыш ҡына иҫерек килеш, һаҡһыҙ булыу.
*Электр проводкаһының төҙөк булмауы.
*Төҙөк булмаған, ҡулдан яһалған йәиһә ҡараусыһыҙ ҡалдырылған электр приборҙарына ут ҡабыу.
*Мейес һәм каминдарҙы һаҡһыҙ ҡулланыу.
“Һандар ҡот осҡос, миҫал өсөн сағыштырғанда ла – республикала декабрҙә COVID-19-ҙан 50 кеше ғүмере өҙөлдө. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә тәндәр семерҙәп китә. Береһе лә был күңелһеҙ статистика һандарының шәхсән уға, уның йортона, яҡындарына ҡағылыуын теләмәйҙер, – тиҙәр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. – Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Теләһәк, барыһын да булдырабыҙ. Ә беҙ бәхетле һәм һау-сәләмәт булырға, Яңы йылдың күңелһеҙ ваҡиғаларһыҙ үтеүен теләйбеҙ”
https://omet-rb.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"