Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2020, 13:24

Ярлы Кәримгә мемориаль таҡтаташ

Бижбүләк районының Айыт ауылында башҡорт шағиры Ярлы Кәримгә мемориаль таҡтаташ асылды. Ағалы-ҡустылы шағир Ғабдулла һәм Фәтих Кәримовтар - ошо ауылдан сыҡҡан шәхестәр.

Уларҙың береһе Ғабдулла Кәримов - Ярлы Кәрим псевдонимы менән яҙышыусы ижадсы ғына түгел, ә 1919 йылда башҡорт ғәскәрҙәре сафында Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан яугир ҙә. Шағирҙың аяныслы яҙмышы 1937 йылғы золом осоро менән бәйле, шуға ла уның исеме оҙаҡ йылдар телгә алынмай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьләләре буйынса комиссия шағирҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу буйыса ҙур эштәр башҡарып сыға.
Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Әхмәтшин белдереүенсә, оҙаҡ йылдар телгә алынмаған исем, ниһайәт, райондаштар, йәш быуын өсөн ҡабаттан асыла.
-Ғабдулла Кәримов кеүек шағирҙар онотоларға тейеш түгел. Ағалы-ҡустылы Кәримовтар ҡыҫҡа ғына ғүмер кисереүҙәренә ҡарамаҫтан, быуаттарға етерлек әҙәби ҡомартҡы ҡалдырған. Шул уңайҙан меңле ырыуы ҡорбашы Әхнәф Тимербулатовҡа, был изге эште финанс яҡтан тәьмин иткән эшҡыуар Фәнис Хилиуллинға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, - ти ул.
Ауылда ошоға тиклем Фәтих Кәримовтың музейы эшләгән.