Дим буйҙары
+24 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
31 Декабря 2020, 21:00
Һөнәри оҫталығы өсөн ихтирам итәләр
Калинин исемендәге агросәнәғәт ойошмаһының өлкән агрономы Фаршат Ғәзизуллин тыуған еренә тоғро
Yҫемлекселек менән шөғөлләнеп, ауыл хужалығы етештереү эшсәнлегендә юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн бик күп фактор кәрәк. Уларҙың береһе кешегә бәйле — юғары hөнәри оҫталыҡҡа hәм бай хужалыҡ эш тәжрибәһенә эйә булыу. Ҡунаҡҡол ауылынан Фаршат Рифҡәт улы Ғәзизуллиндың агрономлыҡ стажы 37 йыл тәшкил итә.
— Хеҙмәт кенәгәһендә беренсе яҙыу 1981 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумының агрономия факультетын тамамлағас, барлыҡҡа килде, — тип иҫкә ала йәшлек йылдарын Фаршат Рифҡәт улы. — Мин районда алдынғыларҙан булған «Победа» колхозында агроном булып эшләй башланым. Унан һуң беҙҙең кооператив хужалығы ике колхозға бүленде. Шул саҡта мин «Дружба» ауыл хужалығы етештереү кооперативының баш агрономы булдым. «Ҡунаҡҡол агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә, hәм һуңыраҡ «Ергән машина-технологияһы станцияһы» асыҡ акционерлыҡ йәмғиәтендә лә шул уҡ вазифала эшләнем. Ул бетөрөлгәндән һуң, өсөнсө йыл Калинин исемендәге агросәнәғәт ойошмаһының өлкән агрономы булып эшләйем.
Фаршат Ғәзизуллин ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны үҙенә йөкмәтелгән эште намыҫлы башҡарыуы hәм ҙур тәжрибәгә эйә булыуы айырып тора. Үҙ һөнәренең оҫтаһы, бай тормош hәм хужалыҡ алып барыу тәжрибәһе hәр ваҡыт билдәләнгән етештереү пландарын уңышлы башҡарыуға ярҙам иткән. Ер эшен биш бармағылай белгән ир-уҙаман әйтеүенсә, үҙенең эшендә ул элиталы сортлы иген культураларын һәм техник культураларҙы сәсеүгә, ергә үҙ ваҡытында ашламалар индереүгә һәм орлоҡсолоҡҡа ҙур иғтибар бүлә. Агроном йыл һайын сәсеү һәм урып-йыйыу барышына, орлоҡтарҙы яңыртыуға һәм һаҡлауға айырыуса иғтибар итә.
— Иген быйыл ҡоролоҡ арҡаһында гектарынан уртаса 17 — 18 центнер бирҙе, — тип һанап китә Фаршат Ғәзизуллин. — Арыш гектарынан 29 центнер тәшкил итте. Был насар тyгел, ләкин уҙған йыл hәр гектарҙан 43 центнер күрһәткес менән сағыштырғанда, был, әлбиттә, йомшағыраҡ. Хужалыҡты шул ҡотҡара, hәр гектарға 80 килограмдан минераль ашлама индерелә. Ерҙәге дымды һаҡлауҙа ваҡланған һаламды таратыу бик яҡшы эффект бирә. Бөгөн Калинин исемендәге йәмғиәт алдынғы орлоҡсолоҡ хужалығы булып тора, ул үҙен юғары продуктлы hәм сифатлы орлығо менән үҙен генә түгел, райондың башҡа хужалыҡтарын да тәьмин итә.
Фаршат Рифҡәт улы үҙенең белемен hәм hөнәри оҫталыҡ дәрәжәһен даими рәүештә камиллаштыра. Белемле hәм киң ҡарашлы ауыл хужалығы хеҙмәтсәне эш тәжрибәһе менән йәш коллегалары менән бик теләп уртаҡлаша, эштә уларға ярҙам күрһәтә hәм өлгө булып тора. Ул, үҙе әйтеүенсә, һөнәрен яратып, һайлаған hәм мөхәббәт буйынса өйләнгән. Тормош иптәше Римма Әнүәр ҡыҙы менән бер ул hәм ике ҡыҙ үҫтергән. Олатай менән өләсәйҙәрен дүрт ейәне һөйөндөрә.
Агросәнәғәт ойошмаһы етәксеһе Фаршат Рифҡәт улының уртаҡ эшкә өлөш индереүен юғары баһалай. Ул быйылғы ауыл хужалығы һөҙөмтәләре буйынса юғары бүләккә — Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһына тәҡдим ителде.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"