Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
12 Января 2021, 07:47

Салауат Фәтхетдинов тураһында ун ҡыҙыҡлы факт

10 ғинуарҙа, Салават Фәтхетдинов (Башҡортостанда тыуған) туган көнен билгеләп үтте. Татарстанның халык артисына 61 йәш тулды.

1. Салауат Фәтхетдинов 1960 йылдың 10 ғинуарында Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында донъяға килгән.

2. Салауаттың әәсәһе Тәҡлимә апай улы тураһында: «Салауат бик тырыш бала булды. Мәктәпте «5»кә генә тамамланы. Класс етәксеһе Ләйсәндең әсәһе ине», — ти.

3. Салауат армиянан ҡайтҡанда, Ләйсән өсөнсө класта уҡыған. «Уны үҙем үҫтерҙем тиһәм дә була», – тип шаярта йырсы.

4. Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында үҙ аҡсаһына татар эстрадаһы бүлеге асҡан кеше Салауат!

5. Салауат әфәнде үҙенең зоопаркын булдырыу тураһында хыялланған һәм булдырған да. Унда айыу менән тейенгә ҡәҙәр бар. Һыйыры уның тыуған көнөнә быҙаулаған. Әлеге шатлығы менән йырсы инстаграмда уртаҡлаша.

6. Ҡазандың Бауман урамындағы «Йондоҙҙар аллеяһы»нда Салауат Фәтхетдинов исеме лә ҡуйылған.

7. Яратҡан ризығы ҡатыны Ләйсән бешергән ҡыҫтыбый.

8. Инстаграмда 260 меңдән артыҡ яҙылыусыһы бар. Унда танылған йырсы тормошоноң ҡыҙыҡлы миҙгелдәре менән уртаҡлашып бара.

9. Яратҡан ял итеү урыны – Чехия, яратҡан автомобиль маркаһы — «Mercedes».

10. Оло быуын йырсылары — Әлфиә Абзалова, Илһам Шакиров һәм Хәмдүнә Тимергалиеваларға иң күп изгелек күрһәткән йырчы ла Салауат!

Читайте нас