Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
12 Января 2021, 23:58

Путин алкоголде маркировкалау тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөтә алкоголь продукцияһын махсус маркировкалау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.

Әле үҙебеҙҙә етештерелгән продукция федераль махсус маркалар менән маркировкалана, ә сит илдән индерелгәндәре акциз маркалар ала.

Закон ғәмәлгә ингәс, федераль махсус маркалар менән бөтә алкоголь дә билдәләнә. Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт маркаларҙы биреү һәм уларҙы файҙаланыуҙы контролдә тотасаҡ, ә таможня алкоголде декларациялағанда уның маркировкаһын тикшерәсәк.

#ВладимирПутин

Читайте нас