Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
28 Января 2021, 08:32

Районда дөйөм вакцинация башлана

Февраль башында район үҙәк дауаханаһына өлкән йәштәгеләргә прививка яһау өсөн коронавирустан вакцина ҡайтарыласаҡ.

—Уҙған 2020 йылда Бишбүләк районында Covid19 диагнозы менән 383 кеше теркәлгән. Анализдарҙы 13 714 кеше тапшырҙы, — тип белдерә беренсел махсуслаштырылған медик-санитар ярҙам күрһәтеү (поликлиника) бүлеге мөдире Эльнара Минеәхмәтова. — Ғинуар айында район дауаханаһында вакцинация башланды. Бөгөнгө көндә беренсе компонент булып 145 кеше вакциналаштырылды. Ике аҙналыҡ срок уҙғандан һуң инде икенсе компонент менән прививка 110 кешегә яһалды. Йәғни улар вакцинациялауҙың тулы стадияһын тамамланы, ә 35 кеше ошо көндәрҙә вакцинациялауҙың икенсе стадияһын көтә. Былар — табиптар, уҡытыусылар, социаль хеҙмeткәрҙәр, район Кyп функциялы үҙәге хеҙмәткәрҙәре hәм Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының социаль приютында йәшәүселәр. Бер кемдең дә һаулығында тайпылыштар күҙәтелмәне

Февраль башында Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына Республика медицина үҙәгенән өлкән йәштәге халыҡҡа коронавирустан прививка яһатыу өсөн етерлек күләмдә доза вакцинаһы ҡайтарылырға тейеш. Шунан һуң барлыҡ теләгән кешегә вакцинацияға яҙылыу мөмкинлеге биреләсәк.

Фото Интернеттан.

Владимир Смолов.

Читайте нас