Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Января 2021, 13:56

Төп иғтибар – кешеләрҙең ғүмерен оҙонайтыуға

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың ғүмер оҙонлоғон артырыуҙың мөһим мәсьәләләрҙең береһе булыуын билдәләне.

“Беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе – ул кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге. Шуға күрә беҙ 2021 йылды Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан иттек. Беҙҙең бурыс – үлем осраҡтарын кәметеү”, – тине республика етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы төбәктә дөйөм диспансерлаштырыу тергеҙелеүен, ковидты дауалау һәм киҫәтеү буйынса иң яҡшы тәжрибәләр алып барылыуын да билдәләне. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда ауырып терелеүселәрҙе реабилитациялау программаһы ла башланасаҡ. Айырым иғтибар өлкәндәр һаулығына йүнәлтеләсәк.

Радий Хәбиров республикала хоспис, кардиодиспансерҙың хирургия корпусы төҙөлөүе дауам итеүен, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге төҙөләсәген дә әйтте.

Республика киләһе йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау башланасағын билдәләне. Үлем осраҡтарын кәметеүгә, медицина сифатын арттырыуға 20 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк.

Мөрәжәғәтнамәһендәге сығышында республика Башлығы Радий Хәбиров еңел булмаған үткән йылдағы һәр ынтылышының, һәр эшенең кешеләргә ярҙам итеүгә, уларҙың тормошон, хәлен яҡшыртыуға, пандемия менән һынауҙы лайыҡлы үтеүгә йүйнәлтелгән булыуын билдәләне.

Фото: Олег Яровиков

Читайте нас