Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраля 2021, 12:25

Йәнә ике ғүмерҙе өҙҙө ковид...

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 24909-ға етте.

Һуңғы тәүлектә инфекция йәнә 165 яҡташыбыҙҙа асыҡланды. Әле республикала 5810 кеше яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәшә. 405 кеше стационарҙарҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында, ауырыуҙы сағыштырмаса еңел кисереүсе 5405 кеше амбулатор дауалана.

Бер тәүлектә Башҡортостандың 144 кешеһе ковидты еңгән. Барлығы һауығыусылар һаны – 18 904. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын ковидтан вафат булыусылар теркәлеүен дауам итә. Һуңғы тәүлектә ике яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлөүгә коронавирус инфекцияһы сәбәп булған. Республикала ковидтан вафат булыусылар һаны 195-кә етте.

Пневмония осраҡтары ла һаман асыҡлана әле. Һуңғы тәүлектә был диагноз 259 кешегә ҡуйылған. 162 яҡташыбыҙ пневмониянан терелгән.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына барлығы 2340456 лаборатор тикшеренеү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектәге тикшеренеүҙәр һаны – 8969.

Фото: киевскаяплощадь.рф

Читайте нас