Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраля 2021, 07:16

Радий Хәбиров: "Премия түләүҙе дауам итәбеҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала онкологик хеҙмәттәрҙе камиллаштырыу һәм ошо йүнәлештә эшләгән табиптарҙы дәртләндереүҙең дауам итәсәге тураһында белдерҙе.

“Пандемияға ҡарамай, онкология сирҙәрен дауалау өсөн базаны нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Өфөләге 32-се поликлиникала һәм Салауат ҡала дауаханаһында Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре эшләй башланы. Уларҙа тар белгестәр кабинеттарын йыһазландырҙыҡ, компьютер томографтары һәм ультратауыш аппараттары урынлаштырҙыҡ. Шулай итеп, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, беҙ Башҡортостанда һигеҙ Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге астыҡ. Республика халҡы уларҙа квалификациялы кәңәш аласаҡ һәм тикшеренеү үтәсәк.

Әлбиттә, беҙ онкология сирҙәрен 1-се һәм 2-се стадияла асыҡлаған табиптарға премия түләүҙе дауам итәбеҙ. 2020 йылда ошондай 4 400 осраҡ асыҡланды, һәм табиптарға 32,45 миллион һум түләнек. Ошо эш һөҙөмтәһендә йөҙәрләгән, меңәрләгән кешенең һаулығын нығытасаҡбыҙ”.

Фото: vk.com/radiyhabirov

Читайте нас