Дим буйҙары
+14 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраля 2021, 13:37

Прививка яһаттығыҙмы әле?

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыусылар һаны арта бара.

25 февралгә вакцинаның беренсе компоненты 73442 кешегә яһалған, шуларҙың 18012-һе икенсе прививканы ла эшләткән.

Республикаға бөтәһе “ГамКовидВак” вакцинаһының (сауҙа маркаһы - "Спутник V") 113592 дозаһы килгән, прививка 97 пунктта яһала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вакцина яһатыуға яҙылыу урындарын хәтерегеҙгә төшөрә:

-Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;

-“Табипҡа”мобиль ҡушымтаһы аша йәки https://doctor.bashkortostan.ru/ республика сайтында;
- колл-үҙәктең берҙәм телефоны буйынса -1301 һәм 122;

-поликлиника регистратураһында;

-Ковидҡа ҡаршы үҙәк телефоны аша - (347) 218-19-19.

“Спутник V” вакцинаһы 25 илдә теркәлгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса вакцинаның тәьҫирлелеге 91,6 процент тәшкил итә. Клиник һынауҙар уның юғары тәьҫирлеген, хәүефһеҙлеген раҫланы.

Ирекмәндәрҙең 98 процентында инфекцияға яуап ҡайтарырлыҡ антиесемдәр - иммунитет барлыҡҡа килгән. Өлкәндәр өсөн дә вакцинаның тәьҫирлелеге раҫланған – 91,8 процент. Иң мөһиме, вакцина үҙенең хәүефһеҙлеген күрһәткән. Көслө аллергия, анафилактик шок кеүек күренештәр күҙәтелмәгән. Еңелсә үткән кире күренештәрҙән киҙеүгә хас хәлһеҙлекте, баш ауыртыуын, прививка яһатылған урындың ауыртыныуын атарға була.

Фото: Osnmedia.ru

Читайте нас