

.–Мин район күләмендәге саңгы ярыштарында беренсе тапҡыр Ҡунаҡҡол урта мәктәбендә уҡығанда уҡ (3-сө класта) еңеү яуланым, - тип, үҙенең спорт менән мауығыуын йылмайып иҫкә ала Фазуллина Йондоҙ.
-Ул ваҡытта ҡышҡы спорт сезоны ябылыу ваҡыты ине. Шунан бирле йыл һайын еңел атлетика һәм саңғы ярыштарында ҡатнаштым. Һәр ваҡыт үҙ категориямда беренсе йәки призер булдым. Һәм шулай 6-сы класҡа тиклем дауам итте.
Ҡыҙҙың ата-әсәһе, уның еңеүҙәренә һөйөнөп һәм физик әҙерлек буйынса яҡшы һөҙөмтәләрен күреп, әлбиттә , уҡытыусылар менән кәңәшләшеп, бик яуаплы ҡарар ҡабул итә. Һәм бына 7 кластан йәш чемпион Йолдоҙ инде Өфө ҡалаһының 5-се спорт профилле интернат-мәктәбендә уҡый башлай. Йәш сағында уҡ саңғыла йүгереү һәм винтовканан атыу менән шөғөлләнгән атаһы Илдус Фазуллиндың теләге буйынса биатлонды һайлай.
- Биатлон менән 11 класҡа тиклем етди шөғөлләндем, - тип дауам итә спортсы ҡыҙ. – Спорт мәктәбенән һуң М.Аҡмулла исемендәге Өфө дәүләт педагогия университетының физкультура факультетына уҡырға бырырға булдым. Әлеге ваҡытта 4-се курстамын. Унда рус лаптаһы менән мауыҡтым, тик шулай ҙа саңғыға ҡарата булған мауығыуым кәмемәне. Мин спорттың был ике төрө буйынса ла университеттың йыйылма командаһында торам. Юғары уҡыу йортондағы һәм ҡала кимәлендәге ярыштарҙа йыш ҡатнашам. Саңғыла 20 килеметрға ҡәҙәр араны йүгерәм һәм һәр ваҡыт призерҙар өслөгөнә эләгергә тырышам. Спорт менән мауығыуым уҡыуға ҡамасауламай. Маҡтанып әйтеүем түгел, барлыҡ сессияларҙы гел “5”ләргә генә тапшырам һәм мин уҡыу отличнигы булып һаналам, шуға күрә мин юғары стипендия алам.
Һөйкөмлө ҡыҙ үҙенең башҡа спорт төрө менән мауығыуы тураһында ла һөйләй. Һуңғы ваҡытта ул тау саңғыһы менән дә шөғөлләнә башлаған. Шуға күрә, буш ваҡыты булһа, Йондоҙ Өфө тау саңғыһы трассаһында гигант слалом менән шөғөлләнә һәм хатта Ҡандраға бара, унда ла яҡшы һәм хәүефһеҙ саңғы трассаһы бар. Ул короновирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелеү сәбәпле, оҙаҡ ваҡыт дистанцион уҡыуҙа була. Уны йыш ҡына ауылдаштары көн һайын Ҡунаҡҡол ауылының тирә-яғында саңғы шыуғанын һәм кросс йүгергәнен күрә.
– Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, - ти Йондоҙ Фазуллина. – Атайым тураһында мин әйттем инде, ә әсәйебеҙ бик яҡшы хужабикә. Өлкән апайым Илүзә спорт күнегеүҙәренә ҡарағанда аҡыл үҫешенә өҫтөнлөк бирҙе. Ул, ысынлап та, бик аҡыллы, шуға күрә Мәскәү егетенә кейәүгә сығып, ғаиләһе менән унда йәшәй. Ә бына яратҡан туғаным Ильяс минең кеүек булырға теләй һәм еңел атлетика, саңғы спорты менән шөғөлләнергә ярата. Беҙ уның менән Бишбүләк ауылында уҙған «Рәсәй саңғы юлдары -2021» район ярышында бик яҡшы сығыш яһаныҡ, мин – 1-се, ул 3-сө урын алды. Хәҙерге ваҡытта мин уны яңы ярыштарға – ҡышҡы спорт сезоны ябылыуға әҙерләйем.
Владимир Смолов.
Автор фотоһы.