

Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова билдәләүенсә, бөгөнгә туристик навигация билдәләренең яртыһы тиерлек ҡуйылған. Ведомство белгестәре шулай уҡ ғәмәлдәге билдәләрҙе башҡорт телендәге мәғлүмәти таҡталар менән дә тулыландыра башлаған.
Кәңәшмәлә автобустар паркын яңыртыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә заман талаптарына яуап бирмәгән 300-ҙән ашыу йәмәғәт транспортын алмаштырыу ҡаралған. Бының өсөн май-июндә «Башавтотранс» компанияһы «Вектор» маркалы 120 заманса автобус менән тулыланасаҡ. Ә йыл аҙағына тиклем тағы ла ҙур класлы 160 «НЕФАЗ» автобусы һатып алынасаҡ. Бер үк ваҡытта шәхси пассажир ташыусылар ҙа үҙ техникаһын яңыртырға планлаштыра.
Фото яндекс.