Дим буйҙары
+16 °С
Ясна
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2021, 05:29

Ваҡ ришүәтте кемгә бирәләр?

Беҙҙең илебеҙҙә ваҡ ришүәтте полиция, енәйәт-башҡарыу системаһы хеҙмәткәрҙәренә һәм педагогтарға бирәләр икән.

Был турала Генераль прокуратураның коррупцияға ҡаршы тороу тураһында ҡанунды күҙәтеү идаралығынан белдерәләр. Граждандар полицияға ришүәтте хоҡуҡ боҙоу яуаплылығынан ҡасыу, педагогтарға имтихан тапшырғанда яҡшы баһа алыу, яза башҡарыу хеҙмәткәрҙәренә төрмәгә тыйылған препараттар индереү һәм енәйәтсегә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн бирә.

Енәйәт Кодексына ярашлы «Ваҡ ришүәтселек» тип 10 мең һумдан артмаған сумма билдәләнә. Бының өсөн 1 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған, икенсе тапҡыр тотолғанда яза ваҡыты 3 йылға тиклем була.

Читайте нас