Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
11 Марта 2021, 05:23

Кемдәр пенсияға иртәрәк сыға ала?

Уҡытыусылар, табип, осоусы, янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләренә ваҡытынан алда пенсияға сығыу еңеләйә.

Хәҙер бындай пенсияға хоҡуҡ биреүсе эш стажына өҫтәмә һөнәри белем алыу, шул иҫәптән квалификацияны күтәреү осорҙары ла керетеләсәк. Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин был йәһәттән тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған. Иң мөһим шарт: был осорҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындары һәм хеҙмәт хаҡтарының һаҡланып ҡалыуы, ә эш биреүселәрҙең улар өсөн пенсия фондына аҡса күсереүе. Яңы тәртип буйынса ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғына эйә булған барлыҡ һөнәр эйәләренә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта ул һөнәре даими рәүештә квалификация күтәреүҙе талап итеүселәр (былар - иң тәүҙә мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре) өсөн уғата мөһим.

shonkar.rbsmi.ru

Читайте нас