Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Марта 2021, 06:20

Супермаркет “серҙәре”

йәки магазинға барғанда нимәләрҙе иҫәпкә алырға кәрәк?

Тауарҙың етештерелеү ваҡыты

Супермаркет кәштәләрендә иҫкергән, һатыу ваҡыты сыҡҡан тауар осратыу ғәҙәти күренеш булыуы мәғлүм. Ҡағиҙә буйынса ундай тауар һатыу залында булырға тейеш түгел. Ләкин бу теорияла. Ғәҙәттә һатыусылар иҫке тауарҙы – алғараҡ, күренеп торған ергә, ә яңыларын эскәрәк урынлаштыралар. Һатып алыусы, ваҡытын әрәм итеп, кәштәнең эсенә үк үрелеп тормай, күренеп торғанын ала. Күптәр тауарҙың етештерелеү ваҡыты үтеү-үтмәүенә! әллә иғтибар бирмәй. Алданаһығыҙ килмәһә — бер нисә минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ, аҙыҡ-түлектең е­тештерелеү ваҡытын ҡарағыҙ.

Сифат

Вакуумлы упаковкаға төрөлгән ит һәм балыҡ ризыҡтарын алғанда айырыуса һаҡ булығыҙ. Был осраҡта этикеткалағы датаға ла ышанырға ярамай, сөнки унда эшләнеү түгел, ә төрөү ваҡыты күрһәтелә. Бындай тауарҙы бер нисә тапҡыр төрөргә лә мөмкиндәр. Ғәҙәттә, целлофанға еҫләнә башлаған балыҡ йәиһә ит ризыҡтарын төрәләр — упаковка аша еҫте һиҙеп булмай. Әгәр өйгә ҡайтҡас, тауарҙың еҫләнгән икәне беленһә, кире магазинға илтеп тапшырығыҙ. Һатып алыу тураһында чегы бар икән, һеҙгә уның аҡсаһын ҡайтарырға йәки тауарҙы алыштырып бирергә тейештәр. Иң яҡшыһы — целлофанға төрөлгән ризыҡ алмағыҙ. Шул ук балыҡ йәки иттең үлсәүлеһен алырға мөмкин. “Алдаҡсы” упаковкаға төрөлгән аҙыҡ-түлек алмағыҙ. Кәрзингә һалғансы тауарҙы яҡшылап ҡарағыҙ. Эшләнеү һәм срогы сығыу ваҡыты тураһында мәғлүмәт күрһәтелмәгән, йәки был һандар асыҡ күренмәгән тауар һатып алып һаулығығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.

Ике этикетка

Яңы этикетка йәбештереп упаковкаһы боҙолған йәки башҡа етешһеҙлеге булған тауарҙы ла һаталар. Бер тауарҙа бер нисә этикетка булыуы — һеҙҙең өсөн “мине алма!” тигән киҫәтеүҙе аңлатырға тейеш. Икенсе этикетка йәбештерелеүен тауарҙы контроль үлсәүгә ҡуйып белергә мөмкин. Ауырлығын кәметеп һатыу. Эйе, супермаркетта ла, баҙарҙағы кеүек үк, кәметеп һатыу бар. Ҡыҙыҡ өсөн генә төрөп ҡуйылған кәнфит-печеньены, йәки мандарин-алмаларҙы контроль үлсәүгә ҡуйып ҡарағыҙ. 30-50 грамм етмәйәсәк...

Ярымфабрикаттар

Белгестәр супермаркеттан салат, фарш һәм башҡа әҙер аҙыҡ алмаҫҡа кәңәш итә. Күп осраҡта улар иҫкергән, оҙаҡ ятҡан тауарҙан эшләнә.

Киҫелгән ризыҡтар

Хәҙер күп кенә сауҙа кәштәләрендә телемдәргә туралған колбаса, сыр һатыла. Тик уларҙы һатып алырға ашыҡмағыҙ. Сөнки, улар ҡиммәтерәк тора. Улай ғына ла түгел, улар һаулыҡ өсөн дә ҡурҡыныс ризыҡҡа әүерелә ала. Мәҫәлән, санитария нормалары буйынса, бысаҡты ҡулланған һайын яҡшылап йыуырға кәрәк. Әммә был талаптың үтәлешен беҙ тикшерә алмайбыҙ.

Балыҡ

Балыҡты ваҡытында һатмаһаң, ул бик тиҙ сифатын юғалта, уны алғанда алданмағыҙ балыҡты һатып алғанда уға йәбештерел­гән этикеткаға ғына ышанмағыҙ, иҫкеһен ҡуптарып, яңыһын йәбештереү бер ни тормай; балыҡ филе йәки киҫәктәр менән һатылғанда, осһоҙҙо ҡиммәтле балыҡ итеп һатыуҙары мөмкин, бөтөн балыҡ алырға тырышығыҙ, ул ваҡытта алданыу осрағы кәмей; * туңдырылған балыҡ һатылмайынса ҡалһа, уны ебетеп һыуытылған итеп тәҡдим итәләр, инде лә һатылмайынса ҡалһа, яңынан туңдыралар һәм шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланырға мөмкин; балыҡтың күҙҙәре тоноҡ икән, тимәк ул оҙаҡ ятҡан; боҙола башлаған балыҡты күп итеп тәмләткестәр һалып маринадлайҙар йәки шашлыҡ итеп бешереп һаталар.

Һөт продукцияһы һәм йомортҡа

Һөт ризыҡтарын алғанда ҡабында яҙылған ҡулланыу ваҡытын ғына түгел, яһалған ваҡытын да ҡарағыҙ. Ризыҡтың һаҡланыу көнө аҙ икән, тимәк, унда консерванттар ҙа аҙ була. Йомортҡа һалынған контейнерҙы асып ҡарағыҙ. Йомортҡалар ватылмаған булһын. Яңы йомортҡаларҙың ҡабығы тоноҡ төҫтә була. “Юғары” йәки СО категория йомортҡалар эре була, ә уларҙы һалған тауыҡтар яҡшы шарттарҙа тәрбиәләнә тигән һүҙ. Эремсектең һыуы аҡмаҫҡа һәм төргәге боҙолмаған булырға тейеш. Сыр һәм аҡ май төргәген ентекләп уҡығыҙ. Етештереүселәр осһоҙ ингредиенттар ҡулланғанда, сыр – “сыр продуктына”, ә май “май спредына” әүерелә. Бындайҙарҙы алмаҫҡа кәрәк.

Акцияләр

Осһоҙ хаҡҡа һатыу һәм башҡа төрлө акциялар — иғтибарһыҙ һатып алыусы өсөн “ҡапҡан”. Осһоҙ хаҡҡа бер урынына ике тауар һатып алып һеҙҙең отоуығыҙ икеле, ә супермаркеттың тауар әйләнеше арта. Ғәҙәттә шулай итеп срогы сыҡҡан, иҫкергән тауар һаталар. Супермаркеттың ишек төбөндә мөләйем ҡыҙҙар бер килограмм мандарин алһаң, бер шешә араҡы тәҡдим итә. Һеҙ шатланып алаһыҙ. Ә “бушлай” тип аталған “бүләк” хаҡы тауар хаҡына кергән бит инде ул. Шулай булғас, “бушҡа” күҙегеҙ ҡыҙғансы, ете ҡат уйлағыҙ.

“Хәйләкәр” чек

Чегығыҙҙы алырға онотмағыҙ һәм юғалтмағыҙ. Ул — һатып алыусы өсөн төп документ. Бары тик уның менән генә срогы сыҡҡан йәиһә боҙолған тауарҙы алмаштыра йәки кире тапшыра алаһығыҙ. Уның менән кассирҙың иҫәпләүҙәрен дә тикшерергә мөмкин. Электрон касса аппараты яңлышмай, ә кассир? Кассир тауарҙың кодын компьютерға ҡулдан кереткән осраҡта иғтибарлы булығыҙ — ул ошондай уҡ тауарҙың ҡиммәтерәгенең хаҡын ҡуйыуы мөмкин. Быны бик күп әйбер алғанда һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Йыш ҡына сауҙа залындағы хаҡ менән тауарҙың үҙ хаҡы араһында айырма була. Әгәр кассирға дәғүә белдерһәгеҙ, ул этикеткаларын алмаштырып өлгөрмәнек тип яуап бирәсәк. Был һеҙҙең эшегеҙ түгел, һеҙгә тауарҙы этикеткала күрһәтелгән хаҡҡа һатырға тейештәр.

Икмәк кәштәһенә еткәнсе

Ни өсөн магазинда яңы бешкән икмәк еҫе килеүе, кәштәнән сырҙың “йылмайып ҡарап тороуы” тураһында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Ни өсөн һеҙ, һөт алырға тип барып магазиндан тағы әллә күпме аҙыҡ-түлек һатып алаһығыҙ? Тауар әйләнешен үҫтереү – ул үҙе бер фән икән. Һатып алыусыны йәлеп итеүҙең ҡайһы бер алымдары тураһында яҙып үтәбеҙ. Супермаркетҡа инеүҙең беренсе минуттарында кеше, ғәҙәттә, әйбер алыусан, тип билдәләй белгестәр. Ҡиммәтерәк тауарҙар ингән урынға урынлаштырыла. Икмәк, һөт һәм башҡа көндәлек иң кәрәк тауарҙар касса янындараҡ була. Был кеше магазинға кереп икмәк йәки һөткә барып еткәнсе башҡа әйберҙәргә ҡыҙыҡһын өсөн шулай эшләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар әйберҙе уйлап тормайынсараҡ, алдан планлаштырмайынса алыусан. Бер ҡап сәй һәм май өсөн арба этеп йөрмәгеҙ, уның өсөн кәрзин дә етә. Кешенең психологияһы шундай: арбала ятҡан “меҫкен” бер ҡап май янына тағын да әйбер алып һалғыһы килә. Шулай итеп кәрәкмәгән тауарҙар алына. Мөмкинлек булһа, супермаркетка балаларығыҙ менән бергә бармағыҙ. Баланың ундағы һый-ниғмәттән күҙҙәре ҡамаша, ул аяҡ тибеп әле тегеһен, әле быныһын һорай, буйы еткән кәнфиттәрҙе алып кеҫәһенә һала. Ә касса янындағы кәштәләр нәҡ уның буйы етерлек бейеклектә урынлашҡан...

Читайте нас