Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
17 Марта 2021, 16:41

Почта бүлексәһендә лә дарыу һатыла

ҙым һайыҙым һайын дарыухана, тиһәк тә ҡайһы саҡ кәрәк ерҙә улар булмай сыға. Дарыу эҙләп арыуыҡ ҡына ара үтергә тура килә. н дарыухана, тиһәк тә ҡайһы саҡ кәрәк ерҙә улар булмай сыға. Дарыу эҙләп арыуыҡ ҡына ара үтергә тура килә.

Рәсәй Почтаһы һәр ҡалала, һәр ауылда дарыухана асырға ниәтләй. “Почтала дарыухананың булыуы клиенттар өсөн уңайлы. Айырыуса әлеге эпидемиологик хәл мәлендә”,- ти Рәсәй почтаһының Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.

Әле Нефтекама ҡалаһында ошондай дарыухана эшләй башлаған. Башҡортостандан ситтә шундай һигеҙ дарыухана бар. Уның алтауһы Һамар өлкәһендә, берәүһе Ульяновскиҙа, берәүһе Сыуаш Республикаһында.

Ҡала халҡы өсөн, әлбиттә, был әллә ни ҡыуаныс та тыуҙырмайҙыр, бәлки, ә бына ауыл почта бүлексәләрендә һатылһа, уңайлы булыр ине, моғайын.

Читайте нас