Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
29 Марта 2021, 06:33

Тыуым арта

Башҡортостанда өсөнсө һәм артабанғы балалар күберәк тыуа башлаған.

Былтыр 2015 йылдан тәүге тапҡыр Башҡортостанда тыуымдың дөйөм коэффициенты үҫеше теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Росстаттың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылда Башҡортостан буйынса күрһәткес 15-49 йәшлек бер ҡатын-ҡыҙға 1,525 тәшкил иткән. Был 2019 йылдағы кимәлдән 0,9 процентҡа юғарыраҡ. Республика күрһәткестең үҫеш темпы буйынса Волга буйы фекераль округы төбәктәре араһында Марий Элдан һәм Удмурт Республикаһынан ҡала өс лидер иҫәбенә инде», — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.

Күрһәткестең артыуы ғаиләләрҙә өсөнсө һәм артабанғы булып донъяға килгән сабыйҙарҙың күбәйеүе менән бәйле.

2020 йылда 11 844 сабый тыуған. Улар өсөнсө һәм артабанғы бала булып донъяға килгән. Был 2019 йылға ҡарағанда 979 балаға йәки 9 процентҡа күберәк.

башинформ.

Читайте нас