

Муниципаль райондарҙың хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәйестәре, хәрби комиссарҙары һәм Хәрби комиссариаттар хеҙмәткәрҙәре өсөн ойошторолған республика йыйындарының көн тәртибендә 2020 йылдың көҙөндә граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һөҙөмтәләре һәм 2021 йылдың яҙында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм уны уҙғарыу буйынса мәсьәләләрҙе ҡараны. Башҡортсотан Республикаһы хәрби комиссар подполковник Михаил Бажевичтың йомғаҡлау докладында хәрби комиссар подполковник Валерий Шәрифуллин етәкселегендә Бишбүләк хәрби комиссариаты етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ райондың хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы комисссияһы етәкселәренең һәм хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында күп тапҡырҙар уңай фекерҙәр яңғыраны. Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса бурыстарҙы үтәгәндә ирешкән уңыштары, 2020 йылдың көҙөнәдә хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙы ойоштороу, аҡыллы инициатива, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең хәрби комиссариаттарына йөкмәтелгән бурыстарҙы хәл итеүҙә күрһәткән ярҙамы, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса беҙҙең Бишбүләк районынан маҡтаулы беренсе урын һәм тантаналы шарттарҙы район хәрби комиссары Валерий Шәрифуллинға Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының ал вымпелы һәм Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Владимир Смолов.
Автор фотоһы.